Ҡалалағы предприятие башланғысы менән ойошторолған күләмле ярыштың «Мәғариф», «Йәшәү сифаты», «Экология» һәм башҡа йүнәлештәре буйынса ҡатнашыуға барлығы 200-ән ашыу заявка ҡабул ителгән. Дөйөм грант күләме арттырылып, 20 миллион һумға еткерелгән. 90-cы балалар баҡсаһы социаль проект менән уңышлы сығыш яһап, уны тормошҡа ашырыуға 300 мең һумлыҡ финанс ярҙамға эйә булған. Был аҡсаға интерактив ҡорамалдар һатып алынған. Кабинетта балаларҙың телмәрен, бәләкәй моторикаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән дәрестәр үтә.






