Был турала бөгөн Радий Хәбиров белдерҙе. Ул объектта төҙөлөш барышын ҡараны. Көрәш һарайы ҡаланың Октябрь районында төҙөлә. Майҙаны - 29 мең квадрат метр. - Эштәр графикка ярашлы алып барыла. Объектты көҙөн файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла, тине Радий Хәбиров.







