Бөгөн Радий Хәбиров Павел Паличев һәм Дамир Әҙеһәмовты эҙләү буйынса штабта булды. 13 һәм 14 йәшлек үҫмерҙәр юғалыуы тураһында 30 мартта хәбәр ителде. Уларҙың йылғаға табан юл тотоуҙары билдәле. Балаларҙың ағаста элеп ҡалдырылған рюкзактары табылған. Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа штаб эше өсөн бина әҙерләргә ҡушты. Республика Башлығы юғалған үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты, уларға өмөттәрен өҙмәҫкә кәңәш итте. - Штаб ябылмай. Балаларҙы эҙләү буйынса эш дауам итә, - тине Радий Хәбиров.







