Әлеге ваҡытта тик Мәмбәт ауылында ғына һыу китмәгән. Урында йәшәүселәр кәмәләрҙә йөҙөп йөрөргә мәжбүр. Ҡотҡарыусылар ғаиләләрҙе эвакуациялай. Биләмәлә һыу кимәле әкренләп кәмей. Иләс ауылында һыу тулыһынса ҡайтҡан. Бөгөн урындағы халыҡҡа хәүеф янамай. Ауылда йәшәүселәр белдереүенсә, һыу ошондай кимәлгә һуңғы тапҡыр 1998 йылда күтерелгән булған.
Ғөмүмән, элекке йылдар менән сағыштырғанда, быйыл һыу кимәле юғары. Был яуым-төшөмдөң күплеге менән аңлатыла. Күренешкә райондағы һыуһаҡлағыстарҙың тулыуы ла дәлил. Әйтәйек, Таналыҡ һыуһаҡлағысындағы ташлау ҡоролмаһы былтыр ике көн эшләһә, быйыл 9-сы көн туҡтамай.






