Аграрийҙар һәм умартасылар үҙ-ара килешеп эшләргә тейеш

Мәсьәлә Стәрлетамаҡ районында уҙған йыйылышта ҡаралды. Район мәҙәниәт һарайында умартасылар, райондың агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәр ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Дөрөҫ ҡоролған диалог күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Сәсеүлектәрҙе үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән эшкәртеү тураһында гәзит, эш чаттары, урындағы үҙидара органдарының, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең рәсми сайттары, социаль селтәрҙәр, телефон шылтыратыуҙары аша хәбәр итеү алдан башҡарылырға тейеш.

Районда ҡортсолоҡ тармағы үҫешә, рәсми теркәлгән 126 умарталыҡ бар, 5222 бал ҡорттары күсе , уларҙың 3000 шәхси хужалыҡтарҙа. Беҙ аграрийҙарҙы һәм умартасыларҙы үҙ-ара килешеп эшләргә саҡырабыҙ.

Рита Сәмиғуллина, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы

Бал ҡорттарының һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн үҙ-ара эш итеүҙе нисек яйға һалыу тураһында үҙ ҡарашын район умартасылары союзы етәксеһе, Башҡортостан республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитетының эпизоотияға ҡаршы сараларҙы контролдә тотоу бүлеге, Рәсәй ауыл хужалығын, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүе идаралыҡтары вәкилдәре белдерҙе. Бынан тыш, белгестәр һәм эксперттар залдан яңғыраған һорауҙарға яуап бирҙе.

Район етәкселеге умартасыларға яҡшы ҡарашта. 2019-сы, 2020 -се йылдарҙа күстәрем химикаттарҙан зыян күрҙе. Шуға лә хәҙер баҫыуҙарҙан алыҫҡараҡ, урмандарға һыйынабыҙ. Быйылғы миҙгелде зыянһыҙ үткәрербеҙ тигән ниәттәмен.

Сергей Жданов, умартасы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ