Мәктәп уҡыусылары өсөн Бөтә Рәсәй археология конференцияһы башланды

Сит ил ҡатнашыусылары ҡатнашлығында ойошторолған сара Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә үтә.

Конференцияның тарихы 2020 йылға барып тоташа. Ул быға тиклем Мәскәү, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙғарыла һәм Рәсәй мәғариф министрлығының йыл дауамында үткәрелә торған саралар исемлегенә ингән.

Конференция сиктәрендә мәктәп уҡыусылары тарихи ҡаҙылмалар тураһында докладтар менән сығыш яһаны. Бынан тыш, балалар археология берекмәләре эшмәкәрлеге тураһында видеофильмдар әҙерләгән. Педагогтар ҙа буш ултырманы, улар түңәрәк өҫтәл артында малай-ҡыҙҙарҙа археологияға ҡыҙыҡһыныу уятыу темаһына һөйләште.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ