Сәхнәгә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр сыҡты. Фестивалдә сығыш яһаусылар араһында мәшһүр композиторҙың ижадын һөйөүселәр - уҡыусылары ла бар ине.
Вокал ансамблдәр, солистар Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Салауат Низаметдиновтың төрлө жанрҙа яҙылған әҫәрҙәрен сәхнәгә сығарҙы. Сара конкурс форматында үтте. Баһалама комиссия составында төбәктең билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре булды.



