Саҡмағош районы оркестры ресубликала иң уңышлыһы

Саҡмағош район мәҙәниәт йортоноң «Иҙел» халыҡ музыка ҡоралдары халыҡ оркестры 29 район, 4 ҡала һәм күрше төбәктәр араһында иң уңышлыһы.

«Иҙел»дәр Бишбүләк районында үҙған «Рух. Дәрт.Моң» төбәк-ара татар мәҙәниәте фестивалендә «Инструменталь ижад» номинацияһында Гран-при яуланы.

Халыҡ исемен йөрөтөүсе оркестрҙың тарихы үткән быуаттың 60-сы йылдарына барып тоташа. Ҙур коллективты Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы , талантлы дирижер Ренад Кәримов етәкләй.

Коллективтың төп көсө-йыр-моңдо ғүмерлек юлдашы итеп һайлаған өлкән быуын вәкилдәре. Район күләмендә ойошторолған бер генә сара ла «Иҙел» халыҡ музыка ҡоралдары халыҡ оркестрһыҙ уҙмай. Уларҙың милли-көй моңдарға сығыштары 15 кешенән генә башланған коллективта бөгөн 40 ашыу музыка ҡоралдарында уйнаусы. Татыу, берҙәм оркестрҙа төрлө быуын һәм төрлө һөнәр зйәләре йыйылған, йылдан-йыл репетруарҙары ла байый.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ