Конкурс республиканың дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының 200-ҙән ашыу уҡыусыһын берләштерҙе, улар джаз йүнәлешендәге берәр йыр менән сығыш яһаны, бейеүселәр ҙә булды. «Яңғыҙ башҡарыу» һәм «ансамбль» номинацияларында еңеүселәр дипломдар һәм китап менән бүләкләнде. Күләмле фестиваль Халыҡ-ара джаз көнө һәм Өфөнөң 450 йыллығына арналды.



