Хәйбулла районында ташҡын арҡаһында өс ауыл зыян күргән

Һыу аҫтында ҡалған ихаталар, емерелгән юлдар һәм боҙолған милек. Хәйбулла районында ташҡын арҡаһында өс ауыл зыян күргән. Әле урындағы халыҡҡа хәүеф янамай. Һыу ҡайтҡан. Тәбиғәт афәтен халыҡ нисек кисергән? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина репортажы.

Был Венециянан түгел, ә Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан күренеш. Ажарланып ташҡан Таналыҡ урамдарҙы ғына түгел, ихаталарҙы баҫҡан, йорттарға үтеп ингән. Бөгөн иһә ауыл халҡына хәүеф янамай. Йылға - ярҙарына, ауыл халҡы өйҙәренә әкренләп ҡайта.

Һыуға ҡотҡарыусылар махсус костюмда ғына төшә. Ғәҙәттән тыш хәлдә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен оноторға ярамай. Төп бурыс, әлбиттә, - зыян күреүсенең именлеге.

Һыу башлыса төндә күтәрелеү сәбәпле, ҡотҡарыу эше лә ҡараңғы ваҡытта ойошторола. Районда ташҡындан 3 ауыл зыян күргән. Ике бригаданан торған ҡотҡарыусылар һыу баҫҡан йорттарҙан хужаларҙы эвакуациялаған.

Бүребай ауылында йәйгеһен еңел машина менән үтерлек йылға 3 метрға тиклем күтәрелгән. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бындай ташҡын тиҫтә йылдан ашыу күҙәтелгәне булмаған.

Тәбиғәт афәтенә халыҡ әҙерләнгән. Тәүлек әйләнәһенә хәүефле урындарҙа дежурлыҡ иткән, күрше ауылдағыларға ла ярҙам күрһәткән.

Илес ауылында аҡҡан «тауыҡ кисмәле» Турат йылғаһы ла ташҡын ваҡытында урындағыларға зыян килтергән. Һыу юлдарҙы, ихаталарҙы баҫҡан. Баҙға ингән һыу картуф орлоҡтарын әрәм иткән. Мәктәптә мебель зыян күргән.

Илес халҡына бөгөн хәүеф янамай. Һыу ҡайтҡан. Ташҡын арҡаһында һыуһаҡлағыстар ҙа тулған.

Һыу кимәле әкренләп кәмеһә лә, уяулыҡты юғалтырға ярамай.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ