Бөгөн торлаҡ йорттарҙы һыу баҫыуға бәйле, Дәүләкән районының ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына 7 кеше, шул иҫәптән 4 бала урынлаштырылған. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы контролендә 20 муниципалитетта 46 хәл теркәлгән. Бынан тыш 140 йорт яны һәм 1200-ҙән ашыу баҡса участкаһында һыу баҫыу күҙәтелә. Шулай уҡ 20-нән ашыу автомобиль юлын һәм 13 бәләкәй күперҙе лә һыу баҫҡан.
Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылында 4 йортто һыу аҫтында ҡалған. Әле урында республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары эшләй. Улар Әй йылғаһында һыу кимәле күтәрелеүе арҡаһында 9 кешенең, шул иҫәптән 5 баланың эвакуацияланыуы тураһында хәбәр итә. Шулай уҡ бында тораҡ пункттар һыу аҫтында ҡалған. Йылға үҙәнендә лә боҙ китеү күҙәтелә. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, һыу ташыуы туҡтаған тиерлек. Тәүлек эсендә Өфө районында ла Ағиҙел йылғаһы 125 сантиметрға күтәрелгән.



