Экскурсоводтар дәүләт аттестацияһын үтә

Бынан ары туризм индустрияһында эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында имтихан бирергә бурыслы. Бөгөн тиҫтәләп гид һәм гид-тәржемәселәр республика тарихы һәм мәҙәниәте һорауҙарына яуап бирҙе. Тармаҡ үҫешен киңәйтеү буйынса ла эш яйға һалынған. Радий Хәбиров «Өфө-арена» майҙанында 30 туристик класлы автобус асҡыстарын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Республика биләмәһендә эшләргә теләгән экскурсоводтар, башҡорт теленән тыш, сит телдәрҙә лә иркен аралашырға тейеш. Был аңлашыла, Евразия үҙәге һаналған Башҡортостан һуңғы йылдарҙа бик күп илдәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Шул уҡ, Нарыҫтау битләүе лә. Бөгөн экскурсводтар Миәкә районындағы изге урын буйынса ла һынау тотто.

Аттестация беренсе тапҡыр үткәрелеүе менән дә әһәмиәтле. Ул туризм өлкәһендә эшләгән бик күп һорауҙарға, шул иҫәптән урындағы ер-һыу атамаларына, тарих һәм мәҙәниәтенә хилафлыҡ килтереүҙән ҡурсалар тигән өмөт уята.

Әлеге ваҡытта республикала 250-нән ашыу экскурсводтың эшләүе мәғлүм. Был һандың кәмеүе, киреһенсә артыуы ла ихтимал. Барыһы ла тармаҡ хеҙмәткәрҙәрҙәренең нисек имтихан тапшырыуынан тора.

Аттестация үткән экскурсоводҡа ошондай рәсми ҡағыҙ тапшырыласаҡ. Документтың федераль дәүләт теркәүе аша үтеүе лә мәғлүм. Ошо маҡсатта һәр гидтың үҙенең генә шәхсән номеры булыр тип көтөлә. Бынан ары экскурсоводтар күкрәккә тағылған билдә йөрөтөргә бурыслы.

Автобус асҡыстарын тантаналы рәүештә республика башлығы тапшырҙы. Радий Хәбиров туристик класлы автобустарҙың уңышлы һынау үтеүен билдәләне. Шул иҫәптән, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларын отпускыға алып ҡайтҡан төп транспорт сараһы. Республика етәксеһе автобус паркын тулыландырыу дауамлы булыуын әйтеп үтте.

30 транспорт сараһы ла республика ҡала-райондарына оҙатылды. Күптәр өсөн ул яңылыҡ та булып тора.

Сөнки, заманса шарттар менән йыһазландырылған автобустар әлегә тиклем райондарҙа һирәк. Ә инде Рәсәй төбәктәрен Башҡортостанға яҡынайтыу йәйҙән үк башланыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиулин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ