Башҡортостан Белгород өлкәһенән ярты мең баланы ҡабул итәсәк

Был турала оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Балалар Илеш районы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында буласаҡ. Урындағы хакимиәттәр етәкселегенә йәшәү, туҡланыу мәсьәләһен хәл итеп, уҡыу һәм өҫтәмә белем биреү процессын ойоштороу бурысы ҡуйылды. «Уҡыусылар үҙҙәрен икенсе өйҙә кеүек хис итергә тейеш», -тине төбәк етәксеһе. Ултырышта демобилизацияһынан һуң Хөкүмәт премьер-министры беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2022 йылдың 10 ноябренән махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итте. Алдағы эшен ул Башҡортостанда дауам итеп, шулай уҡ хәрбиҙәр менән бәйләнештә буласаҡ.

Оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ла ҡаралды. Быйыл ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 6 миллиард 100 миллион һум аҡса бүленә, уҙған йыл менән сағыштырғанда, бер миллиард һумға күберәк. Барлығы 39 ярҙам сараһы ҡаралған, яңыларына килгәндә, реабилитацияға сертификаттар тапшырыла башлай.

Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһында 90 миллион һум ҡаралған. Әлегә сертификат алыуға документтар ҡабул ителә. Һуңынан уны реабилитация-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен алғанда файҙаланырға мөмкин.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ