Республика Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” ултырышын үткәрҙе. 5 йыл дауамында оҙаҡ төҙөлгән бейек йорттар файҙаланыуға тапшырылды, ҡайһы бер кешеләргә компенсация түләнде. Әле бер нисә йортто төҙөү тамамланып килә. Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр мәсьәләһен ваҡытында хәл иткән өсөн яуаплы ведомстволарға рәхмәт белдерҙе.







