20-кә яҡын район һәм ҡалала яҙғы ташҡынға бәйле хәл контролдә ҡала

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралағынан белдереүҙәренсә, 120 ихата, 1 мең 100-ҙән ашыу баҡса йорто һәм биләмәһе, 17 автомобиль юлы һәм 12 күперҙе һыу баҫҡан. Ҡотҡарыусылар Белорет районы Оло Әүжән, Мәсетле районы Әй, Бөрйән районы Ағиҙел йылғаларында боҙҙо шартлатты. Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарында пилотһыҙ осҡостар ярҙамында хәл күҙәтелә. Өфөлә уҙған көн Ағиҙел йылғаһы 2,5 метрға күтәрелде һәм яр буйын һыу ҡаплай башланы.

Фото №1 - 20-кә яҡын район һәм ҡалала яҙғы ташҡынға бәйле хәл контролдә ҡала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ