Республика Башлығы Радий Хәбиров “Башавтотранс” компанияһына Yutong маркалы ҙур 30 автобус тапшырҙы. Техника турист маршруттары өсөн файҙаланыла. “Уңайлы автобустар республика һәм ил буйлап йөрөй, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡулланыла”, - ти ойошма етәксеһе Нәдир Сәмиев.
Автобус 53 пассажирға иҫәпләнгән. Бөтә кәрәкле ҡорамалдар һәм ҡулайламалар менән йыһазландырылған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, автопаркты яңыртыу дауам итә.
Яңы ҙур һәм уңайлы автобустар Өфө, Бәләбәй, Сибай, Учалы һәм башҡа автотранспорт ойошмаларына оҙатылды.







