Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы ойошма бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙы берләштерә. Былтыр Башҡортостанда 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Уның күп өлөшө шәхси йорт һалып ингәндәргә тура килә. Ағас йорттар төҙөү мәсьәләһе Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумында ла ҡарала. Сара 11-13 апрелдә үтә.







