Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйыл өс көн яҙып була

Акция “Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы” девизы аҫтында үткәрелә. Диктантты өс төркөмдә яҙырға мөмкин: башҡорт телендә иркен аралашҡандар, яңы өйрәнә башлағандар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта. Текстар илһөйәрлек, йәштәр, ғаилә ҡиммәттәре һәм йолаларға бәйле әҙерләнә, тип белдерә ойоштороусылар. 27 апрелдә сәғәт 11-ҙә БСТ каналында тура эфир ойошторола. Бынан тыш, 27, 28 һәм 29 апрелдә уҡыу йорттары, мәҙәниәт ойошмалары, предприятиеларҙа диктант яҙыу өсөн майҙансыҡтар булдырыла. 

Фото №1 - Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйыл өс көн яҙып була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ