"Барыһын да эшләйһегеҙ, уңыш теләйем". Владимир Путин Радий Хәбировтың хеҙмәтенә баһа бирҙе. Ил президенты менән осрашыуҙа Радий Хәбиров көҙөн вәкәләте тамамланыуы тураһында белдерҙе. - 2018 йылдың октябрендә мине ваҡытлыса башлыҡ вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнегеҙ. Көҙөн вәкәләттәр тамамлана. Ошоға бәйле, ышанысығыҙ булһа, эшемде дауам итеүҙе һорар инем. Булған пландарҙы үтәргә һәм үҫеш темпын һаҡлап ҡалырға тырышасаҡмын, - тине Радий Хәбиров. Владимир Путин Радий Хәбировтың икенсе мөҙҙәткә барыу ниәтен хупланы. - Пландар күп, һөҙөмтәләр яҡшы. Һеҙҙең теләкте хуплайым, әммә халыҡ һайлаясаҡ, тине Владимир Путин.




