Владимир Путин Башҡортостанға инвестиция йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынды

Башҡортостан Башлығы бөгөн президент менән осрашты. Радий Хәбиров республикаға инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнес өсөн булдырылған уңайлы шарттар тураһында һөйләне. Әле  Башҡортостанда  5 йылдам үҫеш биләмәһе, “Алға” айырым иҡтисади биләмәһе, 12 индустрия һәм 19 техник парк иҫәпләнә. Был Рәсәйҙәге иң ҙур һан. “Алға” биләмәһе резиденттары ғына 60 миллиард һумлыҡ проекттар тормошҡа ашыра. “Алға”ны 200 гектарға ҙурайтыу ҡарала. Резиденттар һаны арта. “Башҡортостанда яҡшы инвестиция мөхите булдырылды. Бөгөн республиканың ҡеүәте ҙур, ул инвесторҙарҙы ҡыҙыҡһындыра ала”, - тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров.

Владимир Путин Башҡортостанға инвестиция йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынды

Республика инвестициялар күләме буйынса илдә 16-сы, Волга буйы федераль округында 3-сө урында тора. Милли рейтингта Башҡортостанды алдынғы өс төбәк исемлегенә индереү маҡсаты ҡуйыла.

Фото №1 - Владимир Путин  Башҡортостанға инвестиция  йәлеп итеү менән ҡыҙыҡһынды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ