2017 йылдан Башҡортостанда 15 меңгә яҡын өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелгән

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән «Төҙөлөш сәғәте» форматындағы ултырышта билдәләнде. «Юл картаһы»на ярашлы, өлөшсөләрҙең бер өлөшө төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ өсөн компенсация түләүҙәре алған, ҡалғандары оҙайлы ваҡыттан һуң фатир туйлаған. Апрель башына төбәктә тағы ла бер нисә «проблемалы» объектты сафҡа индереү тамамлана. Радий Хәбиров алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү бурысы Ил президенты тарафынан ҡуйылыуын билдәләп, ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ