Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһына тикшереүгә тапшырылған бөжәккә анализ зарарһыҙ булыуын асыҡлаған. Ведомство белгестәре билдәләүенсә, талпандарҙың әүҙемләшеүе миҙгелгә ҡарап айырыла. Яҙ бөжәктәр май-июнь айҙарында күпләп ҡаҙала, ә көҙ август-сентябргә тура килә. Быйыл яҙ, былтырғы кеүек үк иртә килеүгә бәйле, талпандар әле үк әүҙемләшкән.






