Рәсәй Президенты Владимир Путин Радий Хәбировтың икенсе мөҙҙәткә һайланыу ниәтен хупланы. Үҙемдең яҡтан һеҙгә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, ләкин һеҙҙе халыҡ һайлаясаҡ, тине дәүләт етәксеһе Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында. Владимир Путин республика башлығына йәмғиәт менән тығыҙ эшмәкәрлек алып барыу, халыҡ менән тағы ла йышыраҡ аралашыу бурысы ҡуйҙы. Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың социаль-иҡтисади хәле өйрәнелде. Радий Хәбиров ил башлығына һуңғы биш йылдағы ҡаҙаныштар, ауыл хужалығы, төҙөлөш өлкәһе, фән һәм мәғариф, шулай уҡ махсус хәрби операцияға ҡағылышлы мәсьәләр тураһында һөйләне.
Инвесторҙар өсөн яратып бөтөлмәгән төбәктән иҡтисади тотороҡло республикаға. Радий Хәбиров биш йыл эсендә Башҡортостандың ҙур үҫеш юлы үтеүен билдәләне. Иң мөһиме беҙҙә ер, кеше ресурстары бар. Шуға ла беҙгә хәҙер инвесторҙар, предприятиелар килә, тине республика етәксеһе.
Владимир Путинды Башҡортостанда уҙғарылған «Инвестиция сәғәттәре» ҡыҙыҡһындырҙы. Радий Хәбиров тематик ултырышта ҡатнашҡан инвесторҙарҙың проекттары тиҙ арала тормошҡа ашырлыуын белдерҙе. Һөҙөмтәлә яңы предприятиелар, эш урындары һәм һәм ҡаҙнаға өҫтәмә килем.
Шулай ҙа әлеге ваҡытта төп иғтибар -яугирҙарға, тине Радий Хәбиров. Республика махсус хәрби операцияға һәр яҡлап та ярҙам итеүгә көйләнгән. Был эште лә төбәк башлығы шәхсән күҙәтеүгә алған. Бер нисә тапҡыр алғы һыҙыҡта уҡ яугирҙар менән осрашыу ҙа ошоға дәлил.
Республикала яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең 39 төрө ойошторолған. Донбастағы шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһына ла ҙур иғтибар күрһәтелә , тине Радий Хәбиров. Социаль объекттар, торлаҡ фонды, коммуналь хужалыҡ тергеҙелә. Шул уҡ ваҡытта республикала төҙөлөш үҫешә. Радий Хәбиров Владимир Путинға торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар проблемаһы хәл ителеүе өсөн рәхмәт әйтте.
Ауыл хужалығы, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, мәғарифтағы ҡыҙаныштар-былар барыһы ла осрашыуҙа телгә алынды. Владимир Путин төбәк етәксеһенә медицина өлкәһенә иғтибар итергә ҡушты. Атап әйткәндә, ашығыс ярҙам бригадалары һанын арттырыу мөһим , тине ил башлығы. Радий Хәбиров дәүләт етәксеһе менән тәүге осрашыуында биргән һорауын да хәтергә төшөрҙө.
Радий Хәбиров ошо темпты артабан да дауам итергә теләүен белдерҙе. Владимир Путин был ниәтте хуплауын һәм һәр яҡлап та ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
Айнур Кәбиров



