Бәйгелә 30-ға яҡын тәжрибәле таксистары ҡатнашты. Улар тәүҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, беренсе медицина ярҙамы, Өфөнөң һәм Башҡортостан тарихтары буйынса белемен тикшерҙе.
Ойоштороусылар фекеренсә, таксист ул пассажирҙарҙы ташыусы ғына түгел, ә төбәктең иҫтәлекле урындары менән таныштырыусы булырға тейеш. Һуңынан конкурсанттар автодромда һынау үтте. Балалар креслоһы ҡуйыу, кузов өҫтөнә стакан ултыртып тиҙлеккә төрлө күнекмәләр башҡарҙы. Беренсе урын яулаған водитель финалда Башҡортостан исеменән сығыш яһай.






