Мәҙәниәт йорто сәхнәһенә мәктәптәрҙән һәм Башҡорт агросәнәғәт колледжынан алты команда сыҡты. Йәштәр үҙҙәре менән таныштырып, конкурстың өс этабында ҡатнашты. Үҙҙәренең шаяртыуҙарында улар ғаиләлә һәм мәктәптә булған көнүҙәк хәлдәргә туҡталды. Шулай уҡ юмор аша районда йәшәүселәрҙе борсоған һорауҙар күтәрелде.
Баһалама комиссия составына тәжрибәле квн-сылар һәм муниципалитет етәкселәре ингәйне. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға 3-сө мәктәптең «Фреш» командаһы лайыҡ булды. Еңеүселәргә аҡсалата һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.






