Вәғәҙә үтәлә, мәсет төҙөлөп бөтә

Республика Башлығы бөгөн Өфөлә  "Әр Рәхим" мәсетендә булды. Бында дини объект төҙөлөшө буйынса кәңәшмә уҙғарылды. Радий Хәбиров бөтә төҙөлөш эштәре планын әҙерләргә ҡушты. Мәсет эргәһендәге биләмә лә төҙөкләндерелә. - Быны минең һайлау алдындағы тәүге  вәғәҙәм тип һанарға була - киләһе һайлауға тиклем мәсетте төҙөп бөтөү. Финанслау сығанаҡтары билдәләнгән, төҙөүселәр әҙер, - тине Республика Башлығы.

Вәғәҙә үтәлә, мәсет төҙөлөп бөтә

Өфөлә "Әр Рәхим" мәсете 2006 йылда төҙөлә башланы. Финанс ауырлыҡтар һәм бәхәстәр арҡаһында эштәр тотҡарланды.

Фото №1 - Вәғәҙә үтәлә, мәсет төҙөлөп бөтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ