Республика башлығы әйтеүенсә, икенсе мөҙҙәткә үткән осраҡта «Әр-Рәхим» мәсетен һис шикһеҙ төҙөтөп бөтәсәк. Ошоға тиклем дә ҡул ҡаушырып ултырманыҡ. Тикшереү эштәренә күп ваҡыт талап ителде. Бинала проблемалар бар, әммә дөйөм алғанда һаҡланған. Хәҙер төҙөлөш дауам итәсәк, тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе бөгөн «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө майҙансығында эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Был турала Айнур Кәбиров репортажында.
Тыштан ялтлап торһа ла, эстән таушала башлаған. Ваҡыт аяуһыҙ һәм тәбиғәт үҙенекен итә. 2006 йылда башланып ун йылдан һуң туҡтап ҡалған төҙөлөштө тота килеп дауам итеү мөмкин түгел. Былтыр көҙ эш тергеҙелә тигәндән һуң да төҙөүселәр тап бинаны тикшереү менән шөғөлләнгән.
Тикшереү эштәре менән бергә төҙөлөшкә әҙерлек тә алып барылған. Каркас, үҙәк көмбәҙҙең ҡоролошо, манара көмбәҙҙәре нығытылған. Бер юлы фасад көпләүҙә ҡулланыласаҡ материалдар ҙа тупланған.
Төҙөүселәр үҙебеҙҙә сығарылған мәрмәрҙе сағыштырып та ҡараған. Ул сит илдекенән төҫө менән генә түгел, ныҡлығы, сифат яғынан да ҡалыша.
Грециянан мәрмәр таштар ҡайтарыу мәсьәләһе хәл ителгән дә инде. Ошо йылдың икенсе кварталында фасадты ҡаплауға тотонасаҡтар. Радий Хәбиров төҙөлөштөң тамамланыуын намыҫ эше, теләһәгеҙ һайлау алды вәғәҙәһе, тип ҡабул итегеҙ тине.
«Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөнә быйыл ғына бер миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтергә иҫәп тотола. Ҡорам комплексы төҙөлөшөнөң тап изге байрам - Ураҙа ғәйетендә башланыуы ла уның тамамланыуына өмөт уята, тине төбәк башлығы.
Айнур Кәбиров






