2030 йылға Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө 4 миллион квадрат метрға етергә тейеш, әле йыллыҡ күрһәткес 3 миллион 300 мең квадрат метр тәшкил итә. Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты Владимир Путин менән эшлекле осрашыуҙа төҙөлөш өлкәһендә ҡуйылған юғары күрһәткескә ирешәсәкбеҙ тине. Шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөндә алданыусылар проблемаһы хәл ителеүе лә - эҙмә-эҙлекле системалы эш һөҙөмтәһе. Юл картаһына ярашлы, 130 объекттың яртыһы буйынса төҙөлөш тамамланһа, ҡалғаны буйынса компенсация түләүҙәре башҡарылған.
Дәүләт етәксеһе менән эшлекле осрашыуҙа ауыл хужалығы, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, мәғариф һәм фән өлкәләрендәге ҡаҙаныштар тураһында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров кампус төҙөлөшөнә айырым туҡталды, әлегә уның беренсе сираты тамамланған, унда өс юғары уҡыу йорто эш башланы. Яҡын арала ете башнянан торған ҙур объект төҙөлөшө планлаштырылған. Әйткәндәй, төбәктә студенттар, аспираттар һәм йәш уҡытыусылар өсөн айырым программа эшләй. Стажировка үтеү, йә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йылына 200 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, эшлекле осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Радий Хәбировтың икенсе мөҙҙәткә һайланыу ниәтен дә хупланы. Үҙемдең яҡтан һеҙгә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, ләкин һеҙҙе халыҡ һайлаясаҡ, тине дәүләт етәксеһе Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында. Владимир Путин республика башлығына йәмғиәт менән тығыҙ эшмәкәрлек алып барыу, халыҡ менән тағы ла йышыраҡ аралашыу бурысын ҡуйҙы.



