Изге Рамаҙан айы тамам. 30 көн дауамында мосолмандар ураҙа тотоп ризыҡ ҡәҙерен белергә, мохтаждарҙың хәлен аңларға өйрәнде, рухи таҙарыныу кисерҙе.
Дин әһелдәре әйтеүенсә, йылдан-йыл ураҙа тотоусылар, ифтар ойоштороусылар арта бара. Мосолмандар дин ҡәрҙәштәрен ауыҙ асырға йорттарына ла, йәмәғәт туҡланыуы урындарына ла, мәсет-мәхәлләләргә лә саҡырҙы. Боронғо хәҙистәрҙән күренеүенсә, ифтар ойштороуҙың әһәмиәте ҙур. Ураҙа тотҡан һәм мохтаждарҙы ашатҡан -ожмахҡа лайыҡ булыр, тигән Мөхәмәт пәйғәмбәр. Ифтарҙы даими рәүештә үткәреүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, халыҡ-ара ислам бизнесы аасамблеяһы 5 йыл рәттән ай буйы мосолман ҡәрҙәштәрен йыя. Сара дин әһелдәре ҡатнашлығында йөкмәткеле итеп үтә, көн һайын йөҙҙән ашыу кеше йыйыла.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ифтарға килеүселәр ислам тәғлимәттәре менән таныша, намаҙ уҡый, аралаша, конкурс-викториналарҙа ҡатнаша. Иң ҡыуаныслыһы, сараға килеүселәр араһында йәштәр байтаҡ, күптәр ғаиләләре менән килә. Ураҙа еңел үтһен өсөн, уй-ниәттәрҙең дөрөҫ булыуы мөһим, ти ифтарға килеүселәр.






