Ураҙа ғәйете уңайынан республика район-ҡалаларында байрам саралары ойошторолдо

Өфөлә өлкәндәр һәм балалар былау, туңдырма менән һыйланды, концерт программаһын да ҡараны. Саф һауала үткән сара бигерәк тә үҫеп килеүсе быуынды дини йолаларға йәлеп итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Изге Рамаҙан айында ғына түгел, данлыҡлы Зәйнулла ишан исемен йөрөткән Шамонин ауылы мәсетенең буш торған көнө юҡ. Ураҙа ғәйете халыҡты күпләп йыйҙы. Хатта, байрамда тотош Өфө районында йәшәүселәр ҙә ҡатнашты тиһәң дә хата булмаҫ.

Ғөмүмән, Шамонин ауылындағы мәсет тап дини тәғлимәттәрҙе төплө өйрәнеү, үҫеп килеүсе быуынға еткереү маҡсатында халыҡ көсө ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ураҙа ваҡытында ла улар көндә сәхәр, ифтарҙар үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтә.

Диндарҙар әйтеүенсә, Рамаҙан рухи тәрбиәләнеү менән бергә, шулай уҡ сабырлыҡ, күңелде таҙартыу айы ла булып тора. Шунлыҡтан йыл да ураҙа тотоусылар арта, фекерҙәштәрҙе берләштерә килә.

Ураҙа тотоп, йәмәғәт менән тәрәүих намаҙҙарына мәсеткә йөрөү, бергәләп ауыҙ асыуҙың һәр көнөн байрам итеп ҡабул иттек, ти шамониндар.

Байрамдың төп сәхнәһенән ҡыл-ҡубыҙ ҙа, гармун моңдары ла яңғыраны. Уларға ҡушылып халыҡ йырланы, бейене лә. Концерт программаһы менән бергә, Ислам диненә ҡағылышлы викторина ла ойошторолдо. Дөрөҫ яуап ҡайтарыусылар татлы ризыҡ менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, Рамаҙандан һуң килгән, Шәүүәл айында ла ураҙа тотоу хәйерле. Диндарҙар хәҙистәргә таянып ай башындағы алты көн ураҙа, бер йылға торошло булыуын билдәләй.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ