Ураҙа тамам. Бар мосолмандар ураҙа тамамланыу уңайынан туғандары һәм яҡындары менән йыйыла, бер-береһенә хөрмәтен белдерә, күңел йылыһын өләшә. Рухи берҙәмлекте арттырыусы, изгелек, иман нуры өҫтәүсе байрам Ейәнсура районында эшләп килгән 26 мәсеттә һәм диндар ғаиләләрҙә лә уҙғарылды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Башҡорт Үргене ауылында йәшәүсе Аҡсуриндар диндар ғаилә. Ейәне Нурсолтан, ейәнсәре Сафияны Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы һәр ваҡыт тәмлекәстәр менән һыйлай, ураҙа айында улар бергәләп сәхәргә торған, ифтар үткәргән. Ауылдың абруйлы ағанәйе Рамаҙан айында ураҙа тотоу-ул дини бурыс, уны үтәү йәнгә генә түгел, тәнгә лә файҙа килтерә, тигән фекерҙә.
Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы яңы йортта ике йыл элек өй туйлаған. Белемле, көслө ихтыярлы ханым ейән-ейәнсәрҙәрен сабырлыҡҡа өндәй.Иң яҡшы биҙәк иман, тәүфиҡҡа бәхет эйәрә тигән һүҙҙәрҙе лә балаларына йыш ҡабатлай. Ейәне Нурсолтан биш намаҙҙы ҡалдырмай, 9 йәшенән ураҙа тота. Быйыл да ай дауамында изге ғәмәлде үтәгән.
Ете быуын ата-бабаларынан килгән ҡан тауышы, рух бөтөнлөгө, йәрәк көсө.. Был күркәм сифаттар Башҡорт Үргене ауылында йәшәүселәрҙең булмышын билдәләй. Фәрзәнә менән Илфат Аҡсуриндарҙың йортонда Башҡорт Үргене мәктәбе уҡытыусылары Рамаҙан айын йомғаҡлау табынына өҫтәл хәстәрләй. Был ауылда ғына махсус рецепт буйынса картуф бәлеше бешерелә.
Башҡорт Үргене ҡатын-ҡыҙҙары табында үҙ ихатаһында үҫтерелгән хәләл ризыҡтарҙы ғына ҡуллана.
Ай дауамында ураҙа тотоу ихтыяр көсөн тәрбиәләй тип иҫәпләй белгестәр. Ә майлы, шәкәрле аҙыҡ-түлек ҡулланыуҙы кәметеп, йәшелсә, емеш-еләк күләмен арттырып, хәтер яҡшыртыу, рухыңды нығытыу мөмкинлеге лә.
Башҡорт Үргене ауылы мәктәбенән 9 кеше ай буйы ураҙа ғәмәлен үтәгән.Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәренән нур бөркөлә, күңелдәренән яҡты уйҙар ағыла.
Исламда ураҙа тотоуҙың үҙенсәлеге аҙыҡ составы түгел, ә уны ҡабул итеү ваҡыты сикләнеүендә Изге Рамаҙан олоһо-кесеһенә үҙен сәләмәт туҡланыуға һәм йәшәү рәүешенә өйрәтеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек айы. Бынан тыш Ураҙа ғәйетенә йыйылыусылар хәйер-саҙаҡа таратып йомартлығын да иҫбатлай ала.
Ураҙа ғәйете Ейәнсура районында эшләп килгән 26 мәсеттә уҙғарылды. Диндарҙар ҡулдарын күкрәк өҫтөнә ҡуйып ил еребеҙгә тыныслыҡ, халыҡтарға татыулыҡ, сәләмәтлек, өҫтәлдәргә бәрәкәт теләп доға ҡылды.
Ай дауамында ураҙа тотоуҙың һаулыҡҡа ыңғай тәьҫире көслө. Ураҙа тәнебеҙҙе сәләмәтләндерә, рухыбыҙҙы нығыта, сабырлыҡҡа һанай. Ай буйына ураҙа тотоу хирург скальпелен һәм дарыуҙарҙы алмаштыра. тигән фекерҙә мосолман ғалимдары.
Гүзәл Борханова






