Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Әбйәлил һәм Ишембай райондарында 2 километр оҙонлоҡта трасса тәртипкә килтерелә. Ремонт “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса алып барыла. Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлы туристик әһәмиәткә эйә. Төҙөкләндереү майҙа башлана һәм йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш.







