Башҡортостан парламенты ҡаҙнаны тулыландырыу буйынса закон проектын тәҡдим итте

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәсәй Ҡала төҙөлөшө кодексына үҙгәреш әҙерләгән. Закон проектына ярашлы, ер биләмәһен ҡулланыуҙы үҙгәртергә рөхсәт ителә һәм бының өсөн түләү алына. Мәҫәлән, участкала төҙөлөш алып барырға була. Әле бындай алым Мәскәүҙә тормошҡа ашырыла. Хәҙер ошондай тәжрибәне бөтә төбәктәргә таратырға тәҡдим ителә. Закон проекты быға тиклем республика парламентының пленар ултырышында хупланды.

Фото №1 - Башҡортостан парламенты ҡаҙнаны тулыландырыу буйынса закон проектын тәҡдим итте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ