Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары араһында 100-ҙән ашыу осрашыу үткән

Өфөгә күрше дәүләттән бизнес-делегация килде. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшлекле сара барышында “Башҡортостан – Ҡаҙағстан” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолған. Осрашыуҙарҙа 120-нән ашыу ойошма вәкилдәре ҡатнашҡан. Ауыл хужалығы, нефть химияһы, машиналар төҙөү, аҙыҡ-түлек етештереү, ағас эшкәртеү һәм башҡа йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралған. Ике республика араһында тауар әйләнеше артыуы күҙәтелә. Августа Өфөлә Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтә.

Фото №1 - Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары араһында 100-ҙән ашыу осрашыу үткән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ