Милли команда составына 10 уҡыусы йәлеп ителгән. Улар Саранскиҙа Бөтә Рәсәй химия олимпиадаһында юғары һөҙөмтә күрһәткән. Интеллектуаль ярыш майҙа Ҡытайҙа үтә. Вадим Харисов Республика инженер лицей-интернатында белем ала. Ул былтыр Халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙал яуланы.







