Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары «Ғаилә кодексы»на төҙәтмәләрҙе ҡабул итте

Элекке ире алимент талап итә ала. «Ғаилә кодексы»на төҙәтмәләрҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте. Бынан тыш, уртаҡ баланы өс йыл дауамында тәрбиәләгән элекке тормош иптәше лә алимент талап итә ала. Ҡанундағы яңы төҙәтмәләр ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләй. Депутаттар билдәләүенсә, шул осраҡта бала хоҡуҡтары ла һаҡлана.

Быға тиклем алиментҡа ирҙең элекке ҡатыны ғына дәғүә итә алһа, хәҙер ир менән ҡатындың хоҡуҡтары тигеҙләнә. Сөнки заман үҙгәрә, әлеге ваҡытта ирҙәр ҙә бала баға, декрет отпускаһы ала.

Салауат Харасов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе

Никах тарҡалғанға тиклем ауырға ҡалған ҡатын да алиментҡа ғариза бирә ала. Шул уҡ ваҡытта уртаҡ инвалид бала тәрбиәләгән ир ҙә финанс ярҙамы талап итә ала. Закон Башҡортостан Башлығына ҡул ҡуйыуға йүнәлтелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ