Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды

Район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауыл өсөн был мөһим ваҡиға. Объектты асыу тантанаһынан киләһе репортаж.

Заман талаптарына яуап биргән медицина пунктының төҙөлөү хәбәрен Ғүмәрҙәр ҡыуанып ҡарышы алды. Үткән быуаттың 80‐се йылдарында төҙөлгән иҫке бина күптән яңырыу талап итә. 240-ҡа яҡын кеше йәшәгән ауылдың күбеһе оло быуын вәкилдәре. Хәҙер улар уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ.

ФАП-та сығышы менән ошо ауылдан булған йәш фельдшер Азалия Әхмәтйәнова эшләй. Хеҙмәт юлын ул баш ҡаланың 18‐се дауахана поликлиникаһында башлай. Республиканың “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта.

Был Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Башҡортостанда беренсел звеноны яңыртыу» программаһы буйынса төҙөлгән өсөнсө фельдшер ‐ акушерлыҡ пункты. Быға тиклем улар Ярат, Йәрмөхәмәт ауылдарында сафҡа индерелде.

Милли проекттар ‐ халыҡ һаулығы һағында. 2019 йылдан Баймаҡ районында ун заманса фельдшер пункты сафҡа ингән. Улар сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ