Һуңғы тапҡыр ижади коллектив Башҡортостан сәхнәһендә 2005 йылда сығыш яһағайны. Дүрт көн дауамында Санкт-Петербург труппаһы оҫталыҡ дәрестәре, лекция һәм спектаклдәр менән сығыш яһаясаҡ.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Волковтың моноспектакле күрһәтелде. Ә 11-12 апрелдә опера һәм балет театры сәхнәһендә тамашасылар режиссер Валерий Фокиндың «Литургия Zero» спектаклен ҡарай ала. Күләмле сара илдең мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған «Ҙур гастролдәр» проекты сиктәрендә уҙғарыла.



