Ураҙа Ғәйете көнөндә Ғафури районы Толпар ауылында мәсет асылды

Ауыл өҫтөндә аҙан тауышы яңғыраны. Исламдағы иң мөһим байрамдарҙың береһе - Ураҙа Ғәйете көнөндә Ғафури районы Толпар ауылында мәсет асылды.

Иман йорто Рөстәм Аннамурадов ярҙамы менән төҙөлгән. Изге көндә эшҡыуар үҙе хажда булып, мәсетте асыу тантанаһында ҡатнаша алманы. Шуға ла уның исеменән урындағы мосолмандарҙы ҡустыһы Шамил Йәнбәков тәбрикләне. Ике йыл эсендә ҡалҡып сыҡҡан Аллаһ йортоноң манараһы бөгөн ауылға йәм биреп тора. Ураҙа байрамы иртәһендә йәше-ҡарты иман йорто янына йыйылды. Ауылдаштарҙың күбеһе ай дауамында ихласлыҡ менән ураҙа тотҡан, ифтар табындары ойоштороп, оло сауап алған. Сараға республиканың төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар ҙа күпләп килгәйне. Улар яңы асылған мәсет рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе иманлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә ярҙам итер тигән ышаныс белдерҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ