Быйыл 108 километр юл тәртипкә килтерелә, тип хәбәр итәләр "Приуралье" идаралығынан. Эштәр Туймазы, Шишмә, Иглин, Кушнаренко, Өфө райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалалары эргәһендә алып барыла. Ремонт яңы технологиялар ҡулланып эшләнә. Водителдәргә иғтибарлы булырға, юл билдәләре талаптарын үтәргә кәңәш ителә.







