Баш ҡалала «Управдом» республика форумы үтте

Иң яҡшыларға диплом һәм аҡсалата сертификат. Бөгөн «Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» конкурсы еңеүселәре билдәләнде. «Управдом» республика форумы сиктәрендә наградаларҙы республика башлығы тапшырҙы.

Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында ла ҡатнашты. Ул муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына халыҡ менән даими осрашып, торлаҡ--коммуналь хужалыҡ менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе фекеренсә, идара итеүсе компаниялар менән эшләү буйынса берҙәм алымдар булмауы, төрлө ҡалаларҙа үҙ-ара эш итеү системалары етди борсолоу тыуҙыра. Шуға ла Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына идара итеүсе компаниялар һәм хеҙмәтләндереүсе ойошмалар менән комплекслы эш итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ