Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә 4 яңы проект ҡаралды. Инвестиция сәғәтендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр, башланғыстар тикшерелә.
Мәҫәлән, «Уралнефтепродукт» компанияһы Архангел районында бензин, дизель һәм газ яғыулығы менән заправкалау станцияһы асырға ниәтләй. Бөтәһе 60 миллион һумдан ашыу инвестиция һалыу ҡаралған, 10 эш урыны асыла. Предприятие Республика етәкселегенән аукционһыҙ ер бүлеүҙе һорай. Өфөнөң Мокроусов ауылында күмәртәләп-бүлеү сауҙа базаһын төҙөү планлаштырыла. Эшҡыуарҙар 5 мең квадрат метр майҙанды биләгән базала йәшелсә-емеш һаҡлау, таратыу эшен алып барырға ниәтләй. Был ихтыяж «Евразия» агропаркының киңәйеүе менән бәйле.
Тағы ла бер проект- модулле конструкциялар заводы төҙөү буйынса. Заводтың ҡеүәте йылына 150 мең квадрат метр торлаҡ төҙөүгә иҫәпләнгән, бөтәһе 3 миллиард һум инвестиция һалыу күҙаллана.






