Орск ҡалаһында дамба емерелеү арҡаһында зыян күреүселәр араһында милләттәштәребеҙ ҙә бар. Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында улар тыуған йорттарын ҡалдырып, таныштарында йәки ваҡытлыса йәшәү пункттарында торорға мәжбүр.
Битараф булмаған һәр кем ярҙам пункттарына зыян күреүселәр өсөн кейем-һалым, эсәр һыу һәм балаларға уйынсыҡтар алып килә. Ирекмәндәр әйберҙәрҙе ҡабул итә, айырып һалып, мохтаждарға оҙата. Өфөлә иһә Орск ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәлдән зыян күреүселәр өсөн ярҙам туплау пункты Революция урамы, 43 адресы буйынса эшләй. Һорауҙар буйынса: 8 (34-72) 46-31-62 телефон номеры буйынса шылтыратырға мөмкин. Быға тиклем Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Ырымбур өлкәһенә 80 тонна эсәр һыу һәм гигиена әйберҙәре оҙатылғайны. Биләмәлә Өфөнән бер төркөм ҡотҡарыусылар эшләй.






