Ишембайҙа төнгө клубта 23 йәшлек егетте яңылыш атып үлтереүсе Волгоград өлкәһендә ҡулға алынған

Хоҡуҡ һаҡлаусылар хәбәр итеүенсә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юлда таксиҙы туҡтатҡан. Документтарҙы тикшергәндә пассажирҙарҙың береһе федераль эҙләүҙә булыуы асыҡлана. Ул Марзпетуни Галустян булып сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны артабан Башҡортостандағы коллегаларына тапшырыу өсөн ҡулға ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 апрелгә ҡарай төндә Ишембайҙың Докучаев урамындағы кафела эсеп иҫергән бер нисә ир-егет һүҙгә килешкән. Һуғыша башлағас, Марзпетуни Галустян пневматик пистолетын сығарып, атып ебәргән, әммә пуля низағҡа бер ҡатнашы ла булмаған, ситтә баҫып торған егеттең башына тейгән. Был хәлдең шаһиттары уның пистолетын тартып алған, әммә ир ҡасып киткән. Уны федераль кимәлдә эҙләү иғлан ителде. Яраланған 23 йәшлек егет дауаханала вафат булған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ