Еңеү ҡошо алғы һыҙыҡта. Республика халҡы ярҙамы менән һатып алынған квадрокоптер яҡташ яугирҙарыбыҙға барып етте. Заманса дрон «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирына тапшырылды.
Билдәле булыуынса, махсус хәрби операцияның төп хәрби-техник үҙенсәлектәренең береһе булып пилотһыҙ осоу аппараттарын күпләп ҡулланыу тора. Квадрокоптерһыҙ разведка төркөмдәренең сығышын һәм артиллерияның эшен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Шуға ла яңылыҡтар хеҙмәте ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан акция иғлан итеп, хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн Диджи АЙ МЭвикҡа аҡса йыйыу ойошторҙо. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә 253 мең һум аҡса йыйылды. Был суммаға яугирҙар һораған коптер һатып алынды һәм ул ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр аша фронтҡа еткерелде. Шулай уҡ гранатаны теүәл ташлау ҡулайламалары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа оҙатылды. Посылканы ҡулдарына алған «Башҡортостан» полкы яугирҙары акцияла ҡатнашыусыларға оло рәхмәтен белдерҙе.






