Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Ғәбиҙә Мөхөмәтғәли ҡыҙы Шәмсетдинованың бала сағы һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Биш йәшенән тылда сынығып үҫкән быуын вәкиле хәтирәләре киләһе яҙмала.
Ғәбиҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы һәм уның тиҫтерҙәренә күңелле уйындар, матур һәм йылы кейемдәр, туйғансы ашау эләкмәй. Ауыр ғаилә хәлдәре сәбәпле ҡайһы бер йәштәштәре хатта мәктәптә уҡыуын да ташлап ҡуя. Бөйөк Ватан Һуғышы һәм унан һуңғы илде аяҡҡа баҫтырыу йылдары улар күңелендә онотолмаҫ яра булып һаҡлана. Йылайыр районы Матрай ауылында тыуып-үҫкән Ғәбиҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы ла ошо осорҙың тере шаһиты.
Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә. Ғәбиҙә тракторсы ярҙамсыһы була, үгеҙ егеп һалам ташый,ер һөрә, бер ус һоло өсөн көндәлек норманы тултырып, тырышып колхозға ярҙам итә.
1955 йылда Матрай ауылы ҡыҙы яҙмышын Тимербай исемле егет менән бәйләй. Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү башланғас, башҡа ғаиләләр кеүек үк, улар ҙа Хәйбулла районына килеп төпләнә. Тормоштары көйләнде генә тигәндә хәләле гүр эйәһе була. Әммә Ғәбиҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, 5 балаһына төплө тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара.
Үҫмер һәм йәшлек йылдары һуғыштан һуңғы ауыр осорға тура килгән быуын вәкилдәренең фиҙәҡәр хеҙмәте оло маҡтауға лайыҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтар, михнәттәр кисерһәләр ҙә, улар тормош һынауҙарынан бөгөлөп төшмәгән. Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Ғәбиҙә Шәмсетдинова балаларына тырыш хеҙмәткәр, изге күңелле әсәй булыу өлгөһө лә.
Гүзәл Борханова






