Өфөлә кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте

Бәләкәй ашнаҡсы, парикмахер һәм табиптар. Өфөлә 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр араһында «Абилимпикс» фестивале үтте. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар төрлө компетенцияла көс һынашты. Бәйге барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.

Бәләкәй Арыҫлан винегреттың бер нисө төрөн әҙерләй белә. Ашнаҡсы эшенә үҙаллы өйрәнгән. Иң ҡатмарлыһы - кишер, картуф, сөгөлдөрҙө ваҡ, бер ҙурлыҡта итеп турау, ти. Малай өсөн бешеренеү - тик хобби ғына. Киләсәктә иһә башҡа һөнәрҙе һайламаҡсы.

Мин киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам. Бешеренергә лә яратам. Беҙҙең өйҙә рецепттар китабы бар, шуның буйынса яңы аш-һыу әҙерләргә өйрәнәм.

Арыҫлан Әсәҙуллин

Ә был майҙанда бәләкәй парикмахерҙар көс һынаша. Сәс оҫталары алдында киске прическа эшләү бурысы тора ине. Еңеүсе итеп иң зауыҡлы эш авторы һайлана, шуға ла ҡыҙҙар прическаларҙы төрлө сәс ҡыҫтырғыстар менән биҙәне. Етди бәйгегә алдан уҡ әҙерләнгәндәр.

Аптечканы дөрөҫ кәрәк-яраҡтар менән тултырыу, йәрәхәтләнеүсенең ҡулын бинт менән бәйләү һәм һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү. Бәләкәй табиптар алдында торған бурыстар ошолар ине. Йәмғеһе фестивалдә ҡатнашыусылар 4 компетенцияла ярышты.

Ошондай фестивалдәрҙә ҡатнашып, балалар төрлө һөнәрҙәр менән яҡындан таныша. Был бик әһәмиәтле сара. Иң мөһиме - ул үҙенсәлекле балалар өсөн ойошторолған. Бигерәк тә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында бындай саралар йышыраҡ үтергә тейеш.

Рөстәм Нәбиев, параспортсы, блогер

«Абилимпикс» фестивале бәләкәй оҫталар араһында тәүгә ойошторола. Еңеүселәр Башҡортостан данын федераль кимәлдә яҡлясаҡ. Быйыл бәйге тик баш ҡалала йәшәүселәр араһында үтте. Киләһе йылда ойоштороусылар башҡа райондарға ла сыҡмаҡсы.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ