Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында модулле ҡоролмалар етештереү заводы проекты ҡаралды. Бында бейек йорттар төҙөлөшө өсөн әҙер конструкциялар ҡулланыла. Компанияның башҡарма директоры Салауат Агеев һөйләй.
“Инвестиция сәғәте” ултырышында Өфө янында күмәртәләп һатыу һәм таратыу үҙәген төҙөү проекты тәҡдим ителде. Бының өсөн 300 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Архангел районында Белорет – Өфө юлында 50 миллион һумға яғыулыҡ-ҡойоу станцияһы барлыҡҡа килә. Бында электр транспортҡа ла көс йыйыу урыны була. “Алға” махсус иҡтисади зонаһында торбаларҙы ремонтлау өсөн материалдар етештереү ҡарала. Завод төҙөлөшө 625 миллион һумға баһалана. Ултырышта бөтә проекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтергә ҡарар ителде.




