“Автодор” дәүләт компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө – Әсет автомобиль юлы быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырыла. Ул Екатеринбургҡа тиклем һуҙылған М-12 федераль трассаһының дауамы була. Яңы юл “Рәсәй” тигән транспорт маршрутына инә. Автомобиль юлы Санкт-Петербургтан Владивостокка барып етә.







