Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, яңы электрон сервис булдырылды. Унда төбәктәргә бәйле тулы мәғлүмәт табырға була. Әле 14 меңдән ашыу инвестиция майҙансығы күрһәтелгән. Башҡортостандың да инвестиция картаһы бар. Бында эшҡыуарҙар буласаҡ проекттары өсөн файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәт таба ала.







